+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
17 Ғинуар 2022, 08:55

Мәғлүмәт сараһы уҙҙы

44-се «Инеш» моделле балалар китапханаһында беҙҙә һәм сит илдә тарих, фәндең барлыҡҡа килеүенә арналған мәғлүмәт сәғәте ойошторолдо.

Мәғлүмәт сараһы уҙҙы
Мәғлүмәт сараһы уҙҙы

Китап уҡыусыларға физика, медицина, химия, тарих, география өлкәһендәге асыштар һәм уйлап табылған әйберҙәр хаҡында яҙылған белешмәләр, энциклопедияларҙан һәм китапхананың фондынан ҡыҙыҡлы материалдар күрһәтелде.
Шулай уҡ Нобель премияһын алыусылар хаҡында ла һөйләштек, Рәсәй үҫешенә ҙур өлөш индергән Михаил Ломоносов, Дмитрий Менделеев, Константин Циолковский, Лев Ландау, Сергей Королёв кеүек ғалимдарҙы хәтергә төшөрҙөк. Аҙаҡ бергәләп «Киләсәк көтә» тигән фильмды ҡараныҡ.

Римма ИРДИГИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: