+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Китапхана эше йәнле
29 Января 2022, 10:45

"Еңелмәҫ Ленинград"

Китапханабыҙҙа ғинуар айында Ленинград блокадаһын өҙөүгә 78 йыл тулыу уңайы менән иҫкә алыу кисәһе уҙҙы.

"Еңелмәҫ Ленинград""Еңелмәҫ Ленинград"
"Еңелмәҫ Ленинград"

Был сараға 75-се мәктәптең IV, V синыф уҡыу­сылары килде. 900 көнлөк Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу, үткәндәрҙе барлау, батырҙарҙы иҫкә алыу, икмәккә хөрмәт, Тыуған илгә мөхәббәт, патриотик хистәр тәрбиәләү маҡсат итеп ҡуйылды.
«Еңелмәҫ Ленинград» исемле күргәҙмә ойошторолғайны. Уҡыусылар слайдтар ярҙамында ауыр һуғыш йылдарында Ленинградтың ҡамауҙа ҡалыуын, ҡала өсөн ауыр көндәр башланыуын, аслыҡтан кешеләр­ҙең күпләп үлеүен, яғыулыҡ запастары бөтөүен, электр уты һүнеүен, һыу станцияларының сафтан сығыуын ентекләп һөйләне. Лә­кин завод-фабрикалар эшләүен дауам иткән.
Блокадала ҡалыусылар араһында балалар ҙа күп булған. Үҫмерҙәр ололар менән бер рәттән һуғыш ғазаптарын татыған. Астан үлмәҫ өсөн ҡала урамдарында түтәл яһап, йәшелсә үҫтергәндәр.
Алып барыусы үҙенең сығышын ошондай һүҙҙәр менән тамамланы: «Йыл да Тыуған илебеҙгә шаулап-гөрләп килеүсе яҙ миҙгеле менән Бөйөк Еңеү байрамын билдәләйбеҙ. Был көн беҙҙе алыҫ үткәндәргә алып китә. Азатлыҡ өсөн һуғышта һәләк булған ватандаштарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм улар алдында баш эйәбеҙ…»
Осрашыу аҙағында балалар һуғыш тураһында шиғырҙар уҡыны, йырҙар тыңланы.

Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
30-сы моделле балалар китапханаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас