+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
9 Февраль 2022, 11:05

Һөнәрҙәр менән таныштылар

2022 йыл – Башҡортостанда Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителеү айҡанлы, беҙҙең гимназиябыҙ китапханаһында «Минең атай-әсәйем кем булып эшләй?» тигән тематик сәғәт уҙғарылды.

Һөнәрҙәр менән таныштылар
Һөнәрҙәр менән таныштылар

Балаларҙың төрлө һөнәр тураһында белемдәрен арттырыу, ата-әсәләренең хеҙмәтенә хөрмәт тәрбиәләү, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү әңгәмәләшеүҙең төп маҡсаты булып торҙо. Һәр береһе ярыша-ярыша ата-әсәләренең кем булып эшләүҙәре тураһында һөйләне.
Китапхана мөдире хәҙерге заманда ниндәй һөнәрҙе һайлау отошло булыуын аңлатты. Яратҡан эшеңә үҙеңде бәләкәйҙән әҙерләй башларға, бының өсөн күп китаптар уҡырға, уҡытыусылар, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп торорға кәрәклеген дә еткерҙе ул.
«Һөйләмде тамамла» тигән уйын, хеҙмәт тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөү, йомаҡтар сисеү ҙә уҡыусыларға биҡ оҡшаны.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.

Һөнәрҙәр менән таныштылар
Һөнәрҙәр менән таныштылар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: