+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
26 Февраль 2022, 12:10

Әгәр Тыуған ил саҡырһа...

Һәр йыл 15 февралдә интернациональ бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Был изге көнгә арнап беҙҙең китапханала «Әгәр Тыуған ил саҡырһа…» исемле күргәҙмә ойошторолдо һәм уның янында әңгәмә үткәрелде. Уҡыусыларҙа батырлыҡ, илһөйәрлек кеүек аҫыл сифаттар тәрбиәләү, һуғыштың ҡырыҫ ысынбарлығын, хал­ҡыбыҙҙың яу ҡырҙарындағы батырлығын һәм милли ғорурлығын күрһәтеү кеүегерәк маҡсаттар ҡуйылды.

Әгәр Тыуған ил саҡырһа...
Әгәр Тыуған ил саҡырһа...

Афған һуғышы (1979 – 1989) – беҙҙең илдең нисек итеп күрше илгә ярҙам ҡулы һуҙғанлығының иң билдәле һәм масштаблы үрнәге. Шул осорҙа Совет Армияһының 525 мең 500 һалдаты һәм офицеры, 95 мең хәрби, КГБ һәм МВД хеҙмәткәре был һуғышта ҡатнаша. Ә уларҙың күпмеһе һәләк булды, яраланды һәм хәбәрһеҙ юғалды…
Балаларҙың ҡайһы берҙәре Афған һуғышы тураһында ишеткәне, фильм ҡарағаны булған, ә кемдәрҙер беренсе тапҡыр ишеткәнлеген әйтте.
Батырлыҡ – ул рухи матурлыҡ... Ана шуға күрә лә халҡыбыҙ кеше күңеленең рухи бөйөклөгөн юғары баһалаған. Батыр­ҙарҙың ҡылған изге ғәмәлдәре, данлы исемдәре әкиәттәргә, йыр­ҙарға күскән. Шул олуғ батырлыҡ алдында беҙҙең осор кешеләре генә түгел, киләһе быуаттарҙа йәшәүселәр ҙә баштарын эйерҙәр әле…

Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
30-сы моделле балалар китапханаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: