+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Китапханасылар - приютта

Балалар китабы аҙналығында Аҡъяр ауылындағы балалар моделле китапханаһы бай йөкмәткеле саралар ойоштора.Китап күргәҙмәләре, осрашыуҙар, күңел асыу саралары гөрләп үтә. 

Китапханасылар - приютта
Китапханасылар - приютта

Китапханаға тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан беренсе синыфтар өсөн "Китап уҡыусыға бағышлау", район балалар ижад йортонда шөғөлләнеселәр менән һөнәр һайлау буйынса "Һөнәрҙәр калейдоскопы" исемле саралар ойошторолдо. Корней Чуковскийҙың "Фёдорҙың  ҡайғыһы" әҫәре буйынса ҡурсаҡ театрының сығышын айырыуса оҡшатты уҡыусылар .

Бөгөн иһә социаль приютта тәрбиәләнеүсе балалар менән халыҡ уйындарына арналған кисә ойошторҙоҡ. Урыҫ, башҡорт халыҡтары араһында киң таралған балалар уйындары хаҡында һөйләшкәндән һуң, уларҙың бер нисәһен уйнап та алдыҡ.  Балалар бик теләп ҡатнашты. Бигерәк тә "Үгеҙ йөҙөгө", "Боҙоҡ телефон", "Яулыҡ йәшерәм", "Маша -Яша", "Гуси -лебеди" уйындары оҡшаны үҙҙәренә.
Күңелле, фәһемле саралар беҙҙә әле лә дауам итә.

Китапханасылар - приютта
Китапханасылар - приютта
Китапханасылар - приютта
Китапханасылар - приютта
Китапханасылар - приютта
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: