+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тыл батырҙарына арнап

Китапханабыҙҙа «Өфө һалдат шинелендә» тигән күргәҙмә асылды. Баш ҡалабыҙ халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәт батырлығына арналды ул. Был күргәҙмәгә архив фотолары һәм документтары, хәрби артефакттар, төрлө китаптар ҡуйылған. Унда тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең, тыл батырҙарының яҙмалары, иҫтәлектәре лә урын алған.

Тыл батырҙарына арнап
Тыл батырҙарына арнап

Күргәҙмәлә 1941 йылдың 22 июнендә һәм 1945 йылдың 9 майында сыҡҡан гәзиттәрҙең күсермәләре лә бар. Артур Ханнанов тәҡдим иткән «Иҫтәлектәр көндәлеге»н дә уҡырға була.
Беҙҙең Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән почётлы исем юҡҡа ғына бирелмәгән икән, тип уйлап ҡуяһың. Бының менән ғорурланаһың да.

Светлана САБИРОВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
17-се балалар китапханаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: