+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Төҫлө ҡәләм көнө

Шундай байрам да бар икән! Белеп ҡуйығыҙ: 16 март – Төҫлө ҡәләм көнө. Әйҙәгеҙ, уның тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышайыҡ.

Төҫлө ҡәләм көнө
Төҫлө ҡәләм көнө

-Ғәҙәти ағас ҡәләм менән 56 километрлыҡ һыҙыҡ һыҙырға йәки 40 меңдән артыҡ һүҙ яҙырға була.
-Донъялағы иң бәләкәй ҡәләм 2 сантиметрҙан да ҙур түгел.
-Бер ҙур ағастан яҡынса 300 мең ҡәләм яһап була икән.
-Йыл һайын донъяла 14 миллиард ҡәләм эшләнә.
Китапханабыҙҙа ошо иҫтәлекле көн айҡанлы «Төҫлө ҡәләмдә ҡунаҡта» тигән уйын-сәйәхәт үткәрелде. Беҙ балаларға тәүге ҡәләмдең ҡасан барлыҡҡа килеүе, уның ни өсөн шулай аталыуы тураһында һөйләнек. Был яҙыу, һыҙыу, һүрәт төшөрөү ҡоралының нимәнән эшләнеүен дә аңлаттыҡ. Ҡәләмгә арналған конкурс, викторина, уйындар ҙа ҡыҙыҡлы булды.
Был көндө балалар үҙҙәре рәссамға әйләнде. Матур-матур һүрәттәр төшөрҙөләр.

Римма ИРДИГИТОВА,
китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
44-се моделле балалар китапханаһы.

Төҫлө ҡәләм көнө
Төҫлө ҡәләм көнө
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: