+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
6 Апрель 2022, 10:05

Буранбайҙар күңелле йәшәй!

Баймаҡ районының Буранбай ауылы китапханаһы балаларҙың яҙғы ялы мәлендә бигерәк матур сара үткәргән. Өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа килгән кескәйҙәр өсөн китап аҙналығы ойошторған. Ҡалай шәп! Кескәйҙәр өләсәй, ҡартатайҙары  менән китапханаға сәйәхәт ҡылған. 

Балалар менән бергәләп ололар ҙа әкиәт уҡыған, йомаҡ ҡойған, ребустар сискән. Хатта ике командаға бүленеп, ярыштар-уйындар ҙа ойоштороп ебәргәндәр. Ейән-ейәнсәрҙәренә шундай иҫтәлекле ял бүләк иткән  Әминә һәм Илдар Балхиндар, Фирҙәүес Мөхтәсип ҡыҙы, Рәмилә Салауат ҡыҙы маҡтауға лайыҡ. Шулай уҡ ауыл китапханаһының тоғро дуҫтары Шайморат менән Айзилә лә ярышта ихлас ҡатнашҡан. Баҡтиһәң, улар бер саранан да ситтә ҡалмай икән.

Бына шулай буранбайҙар күңелле йәшәй!

Фото: https://vk.com/club198755947

Буранбайҙар күңелле йәшәй!
Буранбайҙар күңелле йәшәй!
Буранбайҙар күңелле йәшәй!
Буранбайҙар күңелле йәшәй!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: