+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
7 Апрель 2022, 12:45

Яҙыусыға арналған сара үткәрҙек

Корней Чуковскийҙың юбилейы айҡанлы Үрге Йәркәйҙәге  моделле балалар китапханаһында яҙыусының ижадына бағышланған сара уҙҙы.

Үрге Йәркәйҙәге Т.Рахманов исемендәге мәктәптең I "А" синыфы уҡыусылары.
Үрге Йәркәйҙәге Т.Рахманов исемендәге мәктәптең I "А" синыфы уҡыусылары.

31 март көндө танылған урыҫ балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, тәнҡитсе, мемуарист, лингвист Корней Иванович Чуковскийҙың тыуыуына 140 йыл тулды. «Муха-Цокотуха», «Тараканище», «Доктор Айболит», «Мойдодыр» әкиәттәрен өлкәндәр ҙә , балалар ҙа яратып уҡый.

Балалар яҙыусының биографияһы, әҫәрҙәре менән танышты. Уның үҙ исеме - Николай Васильевич Корнейчуков, ә Корней Иванович Чуковский  әҙәби псевдонимы ғына икәнен белделәр.

Әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, ғалим К.Чуковский балаларҙы бик яратҡан һәм улар өсөн бик күп әкиәтттәр ижад иткән. Уның шиғырҙары балаларға шатлыҡ килтерә.

Сара аҙағында балалар Чуковский шиғырҙарын уҡыны, экранда «Мойдодыр» мультфильмын ҡарап, әкиәт буйынса фекер алышты.

Гөлнара МӘҒӘНӘБИЕВА,

китапханасы.

Илеш районы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: