+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
9 Апрель 2022, 14:10

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында

Китапханаларға каникул юҡ. Улар балаларҙың яҙғы ял ваҡыттарында тынғылыҡ белмәне. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн төрлө саралар үткәрҙеләр.Шулай ҙа иң ҡыҙыҡлыһы, иң күңеллеһе Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы булғандыр. Әйткәндәй, ул Рәсәй халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылына арналды.

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында

Айырыуса баш ҡалабыҙ Өфөлә әүҙемлек күрһәттеләр. Ана, 47-се моделле балалар китапханаһында «Китаплы торт» акцияһы үткәргәндәр. Был хаҡта беҙгә китапханасы Айгөл Йәһүҙина яҙып ебәргән. 30-сы моделле балалар китапханаһында яҙыусы Салауат Вахитов менән осрашыу булған, унда 75-се мәктәптең VII синыф уҡыусылары ла ҡатнашҡан. Был хәбәрҙе беҙгә китапхана мөдире Сәриә Усманова еткерҙе. Шундай ҡыҙыҡлы осрашыуҙы 44-се моделле китапханала ла ойошторғандар. «Беҙгә ҡунаҡҡа шағир Радик Гәрәев килде, үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә ул табип булып эшләй икән», – тип яҙа китапханасы Римма Ирдигитова.
Китап аҙналығында 38-се моделле балалар китапханаһында ла күп саралар үткән. «Журналстан иленә сәйәхәт», «Изге күңелле Корней олатай», «Геройҙы таны», «Әкиәтте иҫкә төшөр», «Оҫталар ҡалаһы»... Һанап бөтөрлөк түгел. Быны беҙ китапхана мөдире Элеонора Сәйетгәрәева яҙып ебәргән хаттан белдек. 17-се балалар китапханаһында «Һандыҡ янында һөйләшеү» тигән мини-спектакль күрһәткәндәр. Ул башҡорт һәм урыҫ халыҡтарының милли йолаларына арналған икән. Үҙҙәренсә һабантуй ҙа үткәргәндәр. Йыр, төрлө ярыштар, уйындар – ныҡ ҡыҙыҡлы булған. Быныһын инде беҙгә Наталья Прокофьева һөйләне.
Баш ҡаланың 22-се моделле балалар китапханаһында «Әкиәт йәшәгән йорт» тигән квестан башланған аҙналыҡ. Ҡунаҡҡа 5-се лицейҙың кескәйҙәрен саҡырғандар. «Балалар әкиәт донъяһына сәйәхәт ҡылды», – ти китапхана мөдире Зөлфиә Ғиззәтуллина. 40-сы моделле балалар китапханаһы 8-се мәктәптең беренселәре, 26-сы мәктәптең икенселәре өсөн «Ҡурсаҡтар терелә...» тигән тамаша әҙерләгән. Кескәйҙәргә төрлө театрҙар, Сергей Образцовтың бала сағы һәм ижады тураһында һөйләгәндәр. Викторина ла ойошторғандар. Ҡайҙан белдекме? Китапхана мөдире Лена Закированан.
Ә бына 7-се моделле балалар китапханаһында ҡурсаҡ-бетеү яһарға өйрәткәндәр. Халыҡ ҡурсаҡтары клубы етәксеһе Алина Сәлих ҡыҙы Зәйнуллина оҫталыҡ дәресе үткәргән. Уның ярҙамында 21-се лицей­ҙың V синыф уҡыусылары үҙҙәре ҡорамаларҙан ҡурсаҡ тегергә өйрәнгән. Матур килеп сыҡҡан. Был турала китапхана мөдире Ирина Зиннәтуллина хәбәр итте.
Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исемендәге китапханаһы ла ал-ял белмәй тырышҡан. Аҙналыҡтың һәр көнөн ҡыҙыҡлы итеп үткәргәндәр. Ул 25-се балалар баҡсаһында башланып киткән. Кескәйҙәрҙе «Әкиәт иленә сәйәхәт»кә алып бар­ғандар. Аҙналыҡты дауам итеп, Белорет интернат-лицейының II синыф уҡыусылары менән осрашҡандар. Унда урыҫ һәм баш­ҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса конкурс, викторина ойошторолған. Ә 44-се балалар баҡсаһының «Пинг­вин» төркөмөндә Корней Чуковскийға арналған әҙәби байрам булған.
– Аҙналыҡты балалар яҙыусылары Мөҙәрис Мөсифуллин һәм Фәүзиә Юлдашбаеваның тормош, ижад юлына бағышланған әҙәби осрашыу менән тамамланыҡ. Был сарала педагогия колледжының этно түңәрәгендә шөғөлләнеүсе балалар әүҙем ҡатнашты, – тип белдерә китапхана етәксеһе Флүрә Шакирова.

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығында
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: