+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
16 Апрель 2022, 12:10

Әлдә ҡанатлы дуҫтарыбыҙ бар

Бына тағы яҙҙар етте. Тиҙҙән тәбиғәт тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан ҡоштарҙың моңло тауышына күмелер. Гүзәл тәбиғәттең бер өлөшө бит улар. Ҡоштарҙан башҡа донъябыҙ йәмһеҙ булыр ине. Күңелле, моңло тауыштары тәбиғәтте йәшәртә, күңелдәребеҙгә дәрт һәм шатлыҡ өҫтәй.

Әлдә ҡанатлы дуҫтарыбыҙ бар
Әлдә ҡанатлы дуҫтарыбыҙ бар

Китапханабыҙҙа Ҡоштар көнөнә арнап «Минең яҡын дуҫтарым» исемле кисә үткәрҙек. Балалар менән ҡанатлы дуҫтарыбыҙ хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ, йомаҡтар систек, шиғырҙар һөйләнек. Уларҙың төр­ҙәрен, исемдәрен иҫкә төшөрҙөк, иң ҙур ҡош – дөйәғош, ә иң оҙон тел тумыртҡала икәнен белдек.
Һәр бер ҡоштоң үҙ вазифаһы булыуы хаҡында ла ҡыҙыҡһынып тыңланы балалар. Мәҫәлән, тумыртҡа ағастарҙағы ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итә. Шуға ла үҙен «урман табибы» тип йөрөтәләр. Был ҡош ҡаты ҡойроғо менән ағас ботағына терәлеп, уға көслө тырнаҡтары менән йәбешә. Шунан суҡышы менән ағасты туҡ-туҡ соҡоп, бөжәкте эҙләп таба һәм теле менән эләктереп алып ашай. Шулай итеп, үҙе лә туҡлана, урманға ла файҙа килтерә. Тумырт­ҡалар ағас ҡыуышына оялай. Улар бер-береһен туҡылдаған тауыштарынан да таный икән.
Ҡыҙылтүштәр – тәбиғәттең биҙәге ул. Шул тиклем матурҙар. Яҙын, йәйен урманда йәшәһәләр, ҡышын баҡсаларға, парктарға осоп килеп, ағас орлоҡтары, еләк-емеш ҡалдыҡтары менән туҡланалар.
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ ғына түгел, ярҙамсыларыбыҙ ҙа. Улар иген ҡорот­ҡостарын да ашай, үҫемлектәрҙе һәр төрлө зыянлы бөжәктәрҙән һаҡлай. Үҫемлек орлоҡтарын тараталар, сәскәләрҙе һеркәләндерәләр.
Тәбиғәт күрке булған ҡоштарыбыҙҙы һәр беребеҙ һаҡларға, яҡларға бурыслыбыҙ. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, уларға ояларҙы күберәк яһайыҡ. Һәр ҡайһыбыҙ берәрҙе эшләһә лә, ҡоштарға ниндәй ҙур ярҙам булыр ине.

Әлфиә ВӘЛИЕВА, китапханасы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге моделле балалар китапханаһы.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: