-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
17 Апрель 2022, 14:20

Петрушка йомаҡ ҡойҙо

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан китапханабыҙҙа 122-се мәктәп уҡыусылары менән осрашыу булды. Унда ҡатнашыусылар урыҫ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары хаҡында күпте белеп ҡалды.

Петрушка йомаҡ ҡойҙо
Петрушка йомаҡ ҡойҙо

Балалар янына Петрушка килеп етте. Ул ҡыҙыҡлы йомаҡтар ҡойҙо. Мәҫәлән, «Ал ебәк яулыҡлы, сәскәле сарафан кейгән, биттәре алһыуланған, ә ҡулдары күренмәй, эсе тулы – мөғжизә, була өс, алты ҡатлы, яуабын йә кем тапты?» Әлбиттә, балалар һынатманы. Урыҫ матрёшкаһы икәнен шунда уҡ әйтеп бир­ҙеләр. Бының өсөн Петрушка кескәй­ҙәргә рәхмәтен белдерҙе, был уйынсыҡтың килеп сығыу тарихын да һөйләп бирҙе.
Урыҫ халыҡ мәҡәлдәре лә бөтә донъяла киң таралған. Китапханасы «Мәҡәлдәрҙе таны» уйынын да үткәрҙе. Бигерәк зирәк икән үҙҙәре! Апайҙары башын йә аҙағын әйтһә, балалар тиҙ генә ҡалған өлөшөн иҫкә төшөрөп, мәҡәл-әйтемдәрҙе тамамлап та ҡуйҙы.
Халыҡ әкиәттәре буйынса ярыш та ойошторолдо. Ҡыҙҙарға, малайҙарға әкиәт геройҙарын табышырға Петрушка ихлас ярҙам итте. Ул шулай уҡ балаларҙы «Епте тарт» уйыны менән дә таныштырҙы.
Боронғо Рәсәйҙә ниндәй исемдәр киң таралған? «Исем ҡушыу» йолаһы менән танышыу ҙа ҡыҙыҡ булды. Элек исемдәрҙе баланың ҡиәфәте, төҫ-башы, хатта тыуған ваҡытына ҡарап ҡушҡандар икән.
Балаларға урыҫ халыҡ уйын ҡоралы – домра тураһында ла һөйләнек. 15-се балалар музыка мәктәбенән саҡырылған бәләкәй ҡунағыбыҙ бер нисә көйҙө уйнап та күрһәтте. Уҡыусылар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне. Улар бергәләп халыҡ йырҙарын башҡарҙы, дәртле итеп бейене.
Был ғәҙәти булмаған осрашыу барыһына ла оҡшаны.

Фидалиә КӘРИМОВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: