+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
18 Апрель 2022, 09:35

"Башҡортомдан батыр юҡ икән"

Яҙғы матур көндәрҙең береһендә беҙҙең китапханала билдәле балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән осрашыу булды. Ул офлайн һәм онлайн формаһында ойошторолдо. Осрашыуға 70-се, 75-се мәктәптең III синыф уҡыусылары килгәйне. Ә Өфө ҡалаһының барлыҡ балалар китапханалары хеҙмәткәрҙәре зумдан ҡараны.

"Башҡортомдан батыр юҡ икән"
"Башҡортомдан батыр юҡ икән"

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаны республикала белмәгән кеше юҡтыр. Тын­ғыһыҙлыҡ – уның булмышы. Бала сағынан әкиәттәр, хикәйәләр, ши­ғыр­ҙар, сценарийҙар ижад итә, баш­ҡорт балалар яҙыусыларының әҫәр­ҙәрен – урыҫ теленә, урыҫ яҙыусыларыныҡын башҡорт теленә тәржемә итә, бик күп мәҡәләләр яҙа.
Таныштырыу тамамланғас, һүҙ яҙыусының үҙенә бирелде. Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы уҡыусыларҙы төрлө йылдарҙа яҙылған йыйынтыҡтары менән таныштырҙы. Мәҫәлән, «Баш­ҡортомдан батыр юҡ икән», «Дүртенсе мөғжизә», «Илебеҙ беҙҙең ожмахтай»... Был китаптарға мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс синыф уҡыу­сыларына тәғәйенләнгән әҫәр­ҙәре тупланғанлығын һәм улар барыһы ла тормоштан алынғанлығын әйтте. Шулай уҡ унда тыуған яҡтың гүзәллегенә һоҡланыу, матурлыҡҡа ынтылыу, донъя йәмен күрә белеү, тирә-йүндә йәшәгән барлыҡ йән эйәләренә ҡарата шәфҡәтле булыу серҙәрен асҡан шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре инеүен һөйләне. Ҡайһыларын уҡып та күрһәтте.
Балалар ҙа осрашыуға әҙерләнеп килгән. Яҙыусының шиғырҙарын матур итеп һөйләп ишеттерҙеләр. Аҙаҡтан бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 30-сы моделле балалар китапханаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: