+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
25 Апрель 2022, 23:10

Китап —  рухи байлыҡ, —  ти ишмырҙалар

Баймаҡ районы Ишмырҙа ауыл китапханаһында «Элеүле китап» (Подвешанная книга) акцияһы үткән. Был сара уҡыусыларҙы китапҡа ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында ойошторолған. Акцияның девизы: «Донъяла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә, китап уҡы,  шунда бәхет табырһың».

Акцияла ҡатнашыусылар үҙенең яратҡан китабы хаҡында һәм уны  башҡаларға ла уҡырға кәрәклеген яҙып ҡуйған. Ҡалай маладистар!

Сарала мәктәп уҡыусылары, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары һәм  китап һөйөүселәр ҡатнашҡан.

Бик матур сара үткән  Ишмырҙала.

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Китап – рухи байлыҡ, – ти ишмырҙалар
Китап – рухи байлыҡ, – ти ишмырҙалар
Китап – рухи байлыҡ, – ти ишмырҙалар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: