+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙә — «Әҙәби ҡунаҡхана»

Беҙҙең 47-се моделле балалар китапханаһында «Әҙәби ҡунаҡхана» үткәрелде. Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы китаптарға арналды ул.

Был сараға 122-се башҡорт гимназияһының Х синыф уҡыу­сылары үҙҙәренең уҡытыусыһы Эльвира Фидрат ҡыҙы Романова менән килгәйне.
Китапханасы Фидәлиә Дамир ҡыҙы Кәримова «Еңеү прозаһы» исемле китаптар күргәҙмәһе әҙерләгәйне. Балалар апайҙары ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышына арналған әҙәбиәт донъяһы менән танышты. Бергәләп «Пуля менән яраланған юл» тигән яҙыусы-фронтовиктар тураһында видео-презентация ҡаранылар.
Балаларға Бөйөк Еңеүҙең нисек яулан­ғанын китаптар аша аңлатырға тырыштыҡ.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: