

Кисәне Миләүшә Әғләм ҡыҙы Ямғурсина йәнле итеп алып барҙы. VII синыф уҡыусыһы Элина Хәйбуллина пионер ойошмалары тураһында һөйләп үтте. Китапханасы Разия Искәнйәр ҡыҙы Кинйәкәева пионерҙар ниндәй булырға тейешлеге, пионер галстугының тарихы һәм атрибутикалары менән таныштырҙы. Кисәлә хаҡлы ялдағы Рәсимә Хөснолхаҡ ҡыҙы Әхмәтйәнова ла ҡатнашты. Ул үҙенең пионер сағындағы галстугын да тағып килгәйне. IV синыф уҡыусыларын пионер сафына ҡабул итеүҙе, һәр береһенә галстук тағыуҙы уға ышанып тапшырҙыҡ. Уҡыусылар яҡшы уҡырға, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға, тәртипле булырға, ололарҙы ололарға, кеселәрҙе кеселәргә һүҙ бирҙе.
Яңы барлыҡҡа килгән пионер отрядына Украинала барған махсус операциялар ваҡытында йәшләй генә ғүмере өҙөлгән тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы Инсур Вәлий улы Кинйәкәевтың исеме бирелде. Синыф етәксеһе Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы Назарова үҙенең пионерҙарын ҡотлап, тик изге теләктәрен еткерҙе.
Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ кескәй пионерҙар! Уҡыуҙа ла, спортта ла, һынатмағыҙ!
Разия КИНЙӘКӘЕВА, китапханасы.
Бөрйән районы, Яуымбай ауылы.