+12 °С
Облачно
VKOKTelegram

Экологик акцияла ҡатнаштыҡ

Өфөнөң 47-се моделле балалар китапханаһы Экологик белем көнөнә арналған «Йәшелдәр көнө» исемле Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.

Экологик акцияла ҡатнаштыҡЭкологик акцияла ҡатнаштыҡ
Экологик акцияла ҡатнаштыҡ

Китап уҡыусыларын тыуған еренең тәбиғәте, үҫемлектәре, ҡырағай хайуандары менән тәрәнерәк таныштырыу өсөн китапханала «Башҡортостан - тәбиғәт менән ризалыҡта йәшәү» тигән китаптар  күргәҙмәһе ойошторолдо. Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең йәшел символдары тураһында видеотаҫма күрһәтелде. Шулай уҡ уҡыусылар тәбиғәт тураһында яҙыусы Виталий Бианканың «Экологик әкиәттәр» исемле китабын ҡысҡырып уҡыны.

Сарала балалар автор тормошоноң иң ҡыҙыҡлы факттарын белде, әҫәрҙәрҙән үҙҙәре өсөн иң мөһим булған ерҙәрен тикшерҙе һәм үҙ ҡарашын белдерҙе.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәбиәләүгә балаларҙың иғтибарын йәлеп итеүҙе төп маҡсаты итеп ҡуйған был акция барыбыҙ өсөн дә файҙалы булды. 

Айгөл Рәхимова, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Экологик акцияла ҡатнаштыҡ
Экологик акцияла ҡатнаштыҡ
Экологик акцияла ҡатнаштыҡ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас