

Уны ла көтөп алдыҡ. Был иҫтәлекле датаға арнап «Берҙәм татыу ғаилә» тигән уйын программаһы әҙерләнек. Көнө буйы китапханабыҙҙа шатлыҡлы, күңелле ауаздар ишетелеп торҙо. Балалар атай-әсәйҙәре менән ҡурсаҡ театрҙары ҡуйған спектаклдәрҙә ихлас ҡатнашты. Шулай уҡ Ғаилә көнөнә арнап китап күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Татыу ғаиләләр лего-конструктор уйынында ла һынатманы. Бергәләп төрлө ҡоролмалар, һындар, өйҙәр, машиналар төҙөнөләр. Ҡарап тороуҙары ҡыҙыҡ ине.
Ғаилә – йылы усаҡ. Ул һәр саҡ йылылыҡ бөркөп торһон.
Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 30-сы моделле балалар китапханаһы.