

Беҙ "Уҡыу тураһында" семинарында ҡатнаштыҡ. Унда китапханаларҙа әҙәбиәттең таралыуы, ғәмәли-эштәрҙең актуаллеге, уҡыу буйынса яңы технологияларҙың барлыҡҡа килеүе тураһында һүҙ барҙы.
"Тренинг-үҙәк"тә еңеүсе булған балалар өсөн рәсем сәнғәте, тиҙ уҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, бәйге еңеүселәре бүләкләнде. Улар араһында беҙҙең 38-се моделле балалар китапханаһы уҡыусылары ла булыуы айырыуса ҡыуандырҙы.
Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.
Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.