+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Пионерия юбилейына арнап

Өфөләге 38-се моделле балалар китапханаһында Пионер ойошмаһына 100 йыл тулыуға бағышланған, фәһемле сара үтте.

Китап уҡыусыларын Владимир Ильич Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының барлыҡҡа килеү тарихы, пионер атрибуттары, символдары менән таныштырҙыҡ, үҙебеҙҙең пионер булған саҡтарҙағы ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән уртаҡлаштыҡ. Пионерҙар яратып уҡыған «Костёр», «Пионерская правда», «Пионер» гәзит-журналдары ла китап уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Салют, пионерия!» тигән китаптар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны, уның менән дә таныштырҙыҡ.

Сара «Тимур һәм уның командаһы» фильмын ҡарау менән тамамланды.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.

Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы. 

Пионерия юбилейына арнап
Пионерия юбилейына арнап
Пионерия юбилейына арнап
Пионерия юбилейына арнап
Пионерия юбилейына арнап
Пионерия юбилейына арнап
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас