

«Ғаилә — китап кәштәһе янында» тип аталған китаптар күргәҙмәһе әҙерләнгәйне. Бында китап уҡыусылар өсөн билдәле шағир һәм яҙыусыларҙың ғаилә, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, балалар хаҡында яҙылған әҫәрҙәре менән танышыу мөмкинлеге булды. Һәр кем күңеленә ятҡан китап һайлай алды.
Китапханасылар ғаилә менән китап уҡыуҙың бөтә замандарҙа ла тәрбиәнең мөһим өлөшө булып тороуын, «ғаилә» һүҙенең тәрән мәғәнәле икәнен, был байрамдың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне.
Уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы викториналар, күңелле уйындар ҙа ойошторолдо.
Римма ГӘРӘЕВА, 48-се балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.