+15 °С
Дождь
VKOKTelegram

«Йүгереүсе  китап — 2022»

Өфө ҡалаһының 47- се моделле балалар китапханаһы «Йүгереүсе  китап — 2022» Бөтә Рәсәй интеллектуаль акцияһына ҡушылды.

Интеллектуаль йүгереүҙә  китапханасылар һәм  ирекмәндәр  алдан ҡуйылған маршрут:  Олимп, Спорт, Йәшел урамдары буйлап йүгереүҙә  ҡатнашты. Быйылғы акцияның темаһы балалар әҙәбиәтенә арналған ине.

Акция шарты буйынса, сарала ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап бирҙе. Уларға бүләккә китап, буклеттар тапшырылды һәм үҙҙәрен китапханабыҙға саҡырҙыҡ.

Был сара уҡыусыларҙы, ата- әсәләрҙе  китап мөхитенә йәлеп итеү, китап уҡыуға  ҡыҙыҡһыныу арттырыу өсөн уҙғарыла. Акцияла 47 кеше ҡатнашты.

Фидәлиә КӘРИМОВА, китапханасы.

"Йүгереүсе  китап - 2022"
"Йүгереүсе  китап - 2022"
"Йүгереүсе китап - 2022"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас