+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Хәйбуллала — «Китапхана төнө» акцияһы

Райондың барлыҡ китапханалары «Китапхана төнө — 2022” Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашты.

Йыл һайын «Китапхана төнө» донъяның төрлә илдәрендә 2000-дән артыҡ майҙансыҡты берләштерә. 2022 йылда акцияның рәсми темаһы — «Традициялар тураһында».
Төшкә тиклем китапханасылар район үҙәгенең Ял һәм мәҙәниәт паркында «Йүгереүсе китап» («Бегущая книга») акцияһы сиктәрендә ял итеүселәргә бүклеттар таратты.
Кисен, эш көнө тамаланғас, китап һөйөүселәр «Халыҡ традициялары йәшәһен һәм нығынһын!» милли мәҙәниәт фестиваленә йыйылды.
Район мәҙәниәт йортонда үҙәк һәм балалар модулле китапханалары хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө йәштәге китап уҡыусылар өсөн бай йөкмәткеле мауыҡтырғыс саралар программаһы әҙерләнгәйне. Бында акцияла ҡатнашыусылар өсөн бер нисә майҙансыҡ ойошторолдо. Мәҫәлән, фойела Илһөйәр Юламанованың Рәсәй, донъя халыҡтарының милли кейемендәге ҡурсаҡтары күргәҙмәһе ҡуйылған Был шәхси күргәҙмәлә 60 тан ашыу ҡурсаҡ тупланған.
Китапханалар төнө акцияһында төрлө музыка ҡоралдарында өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Сарала ҡатнашыусыларға төрлө милләт аш-һыуы күргәҙмәһе айырыуса оҡшаны. Күргәҙмәгә 50 — нән ашыу милли ризыҡ ҡуйылғайны.
Халыҡ йолаларына, милли традицияларға арналған Китапхана төнө акцияһында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәрен, бейүҙәрен дә сәхнәгә алып сыҡты китапханасылар.
Ә сәхнәлә үҙәк китапхана эргәһендә ойошторолған «Юшан» халыҡ инструменттары ансамбленең презентацияһы үтте.
Байрам аҙағында лотерея уйыны уйнатылды, төп приз — 3 мең һум аҡса Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Айҙар Исмәғилевкә эләкте.
Байрам китапхананың йәштәр һәм оло быуын өсөн ял итеү, аралашыу үҙәге булараҡ мөһимлеген, кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте.

Сәлимә БАЙГИЛДИНА.

Хәйбуллала - "Китапхана төнө" акцияһы
Хәйбуллала - "Китапхана төнө" акцияһы
Хәйбуллала - "Китапхана төнө" акцияһы
Хәйбуллала - "Китапхана төнө" акцияһы
Хәйбуллала - "Китапхана төнө" акцияһы
Хәйбуллала - "Китапхана төнө" акцияһы
Хәйбуллала - "Китапхана төнө" акцияһы
Хәйбуллала - "Китапхана төнө" акцияһы
Хәйбуллала - "Китапхана төнө" акцияһы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас