

Китапхананың милли халыҡ стилендә биҙәлгән дүрт майҙансығында балалар халыҡ кейемдәре, көнкүреш әйберҙәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре менән яман күҙҙән һаҡлаусы уйынсыҡ та эшләнеләр.
«Иначе» театр студияһы ҡунаҡтарға изгелек, яманлыҡ, ғәҙеллек тураһында әкиәт тамашаһы ла тәҡдим итте.
«Әкиәттәр яланы»нда балалар халыҡ әкиәттәре буйынса квест үтте, викторинала ҡатнашты. Ә йәнһүрәттәр залында фәһемле йәнһүрәттәр күрһәтелде. Теләге булғандар өсөн фотозонала матрёшкалар менән иҫтәлеккә фотоға төшөү ойошторолдо.
Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.
Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.