+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Китап — иң ҡиммәтле хазина

1 июнь көндө Өфөнөң 48-се балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 194-се балалар баҡсаһына ҡунаҡҡа барҙы. Йыл һайын шулай «Йәй һәм китап» йәйге ҡала конкурсын асыу инде матур йолаға әйләнгән.

Китап диңгеҙе пираттары кескәйҙәрҙе мауыҡтырғыс сәйәхәткә саҡырып, «Хазиналар утрауы»ндағы байлыҡты табырға ҡушты. Унда барып етер өсөн кескәй моряктарға күперҙе ҡапланған күҙ менән үтеү, дошман караптарын һыуға батырыу, йомаҡтар сисеү, урыҫ халыҡ әкиәттәренең исемдәрен белеү, пираттар бейеүен башҡарыу кеүек күп һынауҙар үтергә тура килде. Һәр һынау һайын ҡыҙҙар һәм малайҙарға берәр хәреф тапшырыла барҙы. Ә аҙаҡтан кескәйҙәр был хәрефтәрҙән КИТАП тигән һүҙҙе йыйҙы.

Диңгеҙгә сәйәхәт ҡылған балалар китаптың һәр кеше өсөн иң ҡиммәтле байлыҡ, хазина икәнен аңланы. Тап уның ярҙамы менән беҙ донъяны танып беләбеҙ, асыштар яһайбыҙ.

Пираттар теләге булған һәр кемде «Йәй һәм китап — 2022» бәйгеһендә ҡатнашып, «80 көн эсендә йәй буйлап» тигән сәйәхәткә саҡырҙы.

Рима ГӘРӘЕВА, 48-се балалар китапханаһы мөдире.

Өфө ҡалаһы.

Китап – иң ҡиммәтле хазина
Китап – иң ҡиммәтле хазина
Китап – иң ҡиммәтле хазина
Китап – иң ҡиммәтле хазина
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас