+21 °С
Облачно
VKOKTelegram

Китапханабыҙҙан балалар өҙөлмәй

Йәмле йәй етеп, каникулдар башланһа ла, уҡыусылар һис кенә лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Мәктәптәрҙә көндөҙгө лагерҙар эшләй, китапханасылар ҙа балаларҙың ялын файҙалы ойоштороуға үҙ өлөшөн индерә. Өфөнөң 30-сы моделле балалар китапханаһынан да балалар өҙөлмәй.

Китапханабыҙҙан балалар өҙөлмәйКитапханабыҙҙан балалар өҙөлмәй
Китапханабыҙҙан балалар өҙөлмәй

Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн мауыҡтырғыс саралар, ҡыҙыҡлы уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, ҡурсаҡ театрҙары, викториналар ойошторабыҙ.

Йәйге тәүге көнөн дә күңелле итеп үткәреп ебәрҙек. Балалар ҙур теләк менән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашты. Командаларға бүленеп һикергес менән ярыштылар, яһалма "һаҙлыҡ"тан сығыу юлын эҙләнеләр, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.

«Йәй һәм китап — 2022. 80 көн эсендә йәй буйлап сәйәхәт» исемле ҡала бәйгеһен дә асыҡ тип иғлан итеп, 6 - 16 йәшлек уҡыусыларҙы унда ҡатнашырға саҡырҙыҡ. 

Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасы.

Өфөләге 30-сы моделле балалар китапханаһы.

Китапханабыҙҙан балалар өҙөлмәй
Китапханабыҙҙан балалар өҙөлмәй
Китапханабыҙҙан балалар өҙөлмәй
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас