

Бөйөк урыҫ шағирының китаптарынан торған "Пушкин мираҫы" тигән китап күргәҙмәһе ойошторҙоҡ. Китап уҡыусыларын А.С. Пушкиндың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙыҡ, "Ҡышҡы иртәлә" шиғырын уҡып ишеттерҙек.
Сараның "Пушкиндың шиғырҙарын яратам" тип аталған өлөшөндә уҡыусылар шағирҙың барыбыҙға ла таныш булған иң билдәле шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Әлеге мәлдә практика үтеп йөрөгән студент ҡыҙыбыҙ Азалия Ғәлиуллина "Пушкиндың әкиәттәре буйынса сәйәхәт" исемле виктарина ойошторҙо.
Сара бик йәнле барҙы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡыҙҙар һәм малайҙарға күп файҙалы мәғлүмәт кенә түгел, ә күңелле ял, ыңғай хис-тойғолар бүләк итә алыуыбыҙҙан үҙебеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
Ольга ҒӘЛИУЛЛИНА, китапханасы.