

Байрамда "Юлаевсылар" көндөҙгө мәктәп лагерына йөрөгән балалар ҙа ҡатнашты.
Ниндәй һабантуй йыр-бейеүһеҙ, милли халыҡ уйындарынан башҡа уҙһын инде. Майҙан балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Ҡыҙҙар һәм малайҙар "Тирмә", "Ат сабышы", "Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү" һәм башҡа уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Үҙ һәләтен күрһәтергә теләүселәр ҙә күп булды. Иң әүҙемдәр татлы күстәнәстәр алып ҡыуанды.