+27 °С
Облачно
VKOKTelegram

Әкиәттәре хазинаға тиң

Пушкин көнөндә Өфөләге 18-се балалар китапханаһында 24-се һәм 25-се көндөҙгө мәктәп лагерына йөрөгән уҡыусылар өсөн “Әкиәт – аңлағандар өсөн һабаҡ ул” тигән әҙәби сара үтте.

Әкиәттәре хазинаға тиңӘкиәттәре хазинаға тиң
Әкиәттәре хазинаға тиң

Китапханасылар Рәсәйҙәге Пушкин көнө, шағирҙың тормош юлынан ҡыҙыҡлы факттар хаҡында һөйләне, уның иң яҡшы әҫәрҙәрен телгә алды, яратҡан шиғырҙарын уҡыны. Балалар әҙәби уйында ла ихлас ҡатнашты, бөйөк урыҫ шағирҙарының әкиәттәренә сәйәхәт ҡылды, геройҙарын хәтергә төшөрҙө.

Пушкин әкиәттәре – урыҫ әҙәбиәте тарихында ҡиммәтле хазинаға тиң. Биш әкиәт яҙып, ул махсус балалар әҙәбиәте булдырған. П. Ершов, Л. Толстой, К. Чуковский һәм башҡа яҙыусылар уның юлын дауам итте.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас