+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Китаптан айырылып булмай

Беҙ 84-се татар гимназияһы менән «Бәхетле бала саҡ» байрамын үткәрҙек. Балалар «Минең кеүек эшлә», «Аҡыллы йәйғор» тип аталған һәм күңелле көйҙәргә һалынған хәрәкәт уйындарында ҡатнашты.

Китаптан айырылып булмайКитаптан айырылып булмай
Китаптан айырылып булмай

 Шулай уҡ улар бергәләп ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап тапты, йомаҡтар систе. Бигерәк тә «Йәй һәм бала» исемле викторинаны оҡшаттылар.
Балаларға ниндәй хоҡуҡтары барлығын да аңлаттыҡ. Әгәр ҙә яҡлау кәрәкһә, ҡайҙан, кемдән ярҙам һорарға икәнен дә белделәр.
Йәйге каникул башланды. Китаптан айырылып булмай. Шул айҡанлы китапханабыҙҙа 1 июндән 20 авгусҡа тиклем «80 көн йәй буйлап сәйәхәт» конкурсы иғлан ителде.


Елена СӘҒӘҘӘТОВА.
Өфө ҡалаһы, 11-се балалар китапханаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас