+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Шиғриәт бәйгеһе үтте

Өфөләге 18-се балалар китапханаһында "Яратҡан шиғырҙарымды һөйләйем" тип исемләнгән шиғриәт бәйгеһе үтте. 

Шиғриәт бәйгеһе үттеШиғриәт бәйгеһе үтте
Шиғриәт бәйгеһе үтте

Сарала "Юлаевсылар" көндөҙгө лагерына йөрөгән уҡыусылар ихлас ҡатнашты.

Ниндәй генә шиғырҙар яңғыраманы унда! Балалар өсөн яҙған шағирҙарҙыҡы ла, башҡорт һәм урыҫ әҙәбиәте классиктарының иң яҡшы әҫәрҙәре лә - барыһы ла булды. Һәр ҡатнашыусы үҙ сығышын еренә еткереп, ролгә инеп, тасуири итеп башҡарырға тырышты, матур һөйләү оҫталығын күрһәтте. Ысынлап та, күңелдәргә үтеп инерлек, йөрәк ҡылдарын сиртерлек шиғыр һөйләү оҫталары күп ине араларында. Ә шулай ҙа Полина Дудкоға етеүсе булманы. Ул бер үҙе 15 шиғыр ятлаған! Лайыҡлы рәүештә I урынды яуланы.

Сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Уҡыусыларға сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тоторға, һәләттәрен асырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү ҙә уятҡандыр, тигән ышаныстабыҙ.

 

Шиғриәт бәйгеһе үтте
Шиғриәт бәйгеһе үтте
Шиғриәт бәйгеһе үтте
Шиғриәт бәйгеһе үтте
Шиғриәт бәйгеһе үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас