

Андрей Андреевич үҙе менән музейҙан ысын һуғыш экспонаттарын алып килгәйне. Һалдат котелогын, фляжканы, Ҡыҙыл Армия һуғышсыларының пилоткаларын, командир сумкаһын, немец сапёр көрәген, кеҫә фонаригын күргән ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәрен яу йылдарына, шул мәлдәргә барып эләккәндәй хис итте. Уҡыусылар шулай уҡ Елена Ильинаның 1946 йылда яҙылған,балалар классик әҙәбиәтенең фондына ингән, Рәсәйҙең мәҙәни мираҫы һаналған "Дүртенсе бейеклек" китабы менән дә танышты. Уны хәҙерге заман балалары ла, өлкәндәр ҙә яратып уҡый.
Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған был сара уҡыусыларҙың күңелендә патриотик рух, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ тойғолары тәрбиәләүгә булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ, моғайын.