

Балалар милли батырыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады менән танышты, ул йәшәгән тарихи йылдарға "сәйәхәт" ҡылды.
Иң ҡыйыуҙар Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләп күрһәтте, "Егеттәр", "Тирмә" уйынын уйнаны, батыр һәйкәленең пазлын йыйҙы.
Шулай уҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан "Беҙҙең Салауат" тип исемләнгән китаптар һәм рәссамдарҙың картиналарынан торған күргәҙмә лә ойошторолғайны. Быларҙың барыһы менән дә ҡыҙыҡһынып танышты балалар.
Халҡыбыҙҙың милли батырына арналған сара бөтәһенә лә оҡшаны.