+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Китап уҡыу оҡшаны

"Уҡы - 365! Уҡыу һәм белем фестиваль марафоны" проектына ярашлы, Өфөнөң 48-се балалар китапханаһында уҡыусылар өсөн китап уҡыу буйынса кисә ойошторҙоҡ.

Китап уҡыу оҡшаныКитап уҡыу оҡшаны
Китап уҡыу оҡшаны

Иң тәүҙә уларға Мостай Кәримдең "Әтәс тирмәне" әкиәте буйынса ҡурсаҡ театры тамашаһын тәҡдим иттек. Төп геройҙарҙың яман менән яҡшылыҡ, дуҫлыҡ хаҡында һөйләшеүҙәрен, уйланыуҙарын балалар иғтибар менән тыңланы.

Тамаша ҡарағандан һуң ҡыҙҙар һәм малайҙар Мостай Кәрим әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны. Ҡысҡырып уҡыу уларға шул тиклем оҡшаны, хатта өйҙәренә китаптар ҙа яҙҙырып алып ҡайтып киттеләр.

Китап менән дуҫ булыуҙың файҙаһы ҙур ул, дуҫтар! һеҙ ҙә унан айырылмағыҙ!

Римма ГӘРӘЕВА, 48-се балалар китапханаһы мөдире.

Өфө ҡалаһы.

 

Китап уҡыу оҡшаны
Китап уҡыу оҡшаны
Китап уҡыу оҡшаны
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас