+31 °С
Облачно
VKOKTelegram

Еңеүсебеҙгә бүләк тапшырҙыҡ

Белорет ҡалаһындағы Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт моделле китапханала әленән-әле матур саралар ойоштороп ҡына торабыҙ, республика, Бөтә Рәсәй акцияларында ла теләп ҡатнашабыҙ.

Еңеүсебеҙгә бүләк тапшырҙыҡЕңеүсебеҙгә бүләк тапшырҙыҡ
Еңеүсебеҙгә бүләк тапшырҙыҡ

Яңыраҡ «Рухи байлыҡ - мәңгелек» тип аталған квест элементтары менән танып-белеү уйыны үткәрҙек. Ә китапханабыҙҙа практика үтеп йөрөүсе ҡыҙҙарыбыҙ Анастасия Пестова менән Әлиә Айытбаева «Халыҡ әкиәттәре әйләнеше» акцияһында әүҙемлек күрһәтте.

Уңыштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Иң кескәй дуҫтарыбыҙ, 25-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Әминә Хөснөтдинова (тәрбиәсеһе - Айгөл Абдуллина) һәм Райхана Хитауллина (тәрбиәсеһе - Гөлгөнә Хөснөтдинова) Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы ойошторған «Йолалар һәм Мәскәй әбей тураһында» фотоконкурсында ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ул ғына ла түгел, 1 мең 680 ҡатнашыусы араһынан Әминәбеҙ II урын яуланы. Уның өсөн ихлас ҡыуандыҡ. еңеүсебеҙгә ебәрелгән бүләктәрҙе алып, үҙебеҙҙең дә китапхана исеменән диплом, бүләк әҙерләп, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Любовь Васильевна Кузьмина менән бергә балалар баҡсаһына ҡотларға барҙыҡ.

Кескәй йөрәктәргә белем нурҙары таратҡан, күңелдәренә изгелек орлоҡтары сәскән балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса Айгөл Ғәҙел ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә шулай әүҙем булығыҙ, тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең уңыштарын күреп, ҡыуанырға яҙһын!

Флүрә ШАКИРОВА.

Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт моделле китапхана мөдире.

Белорет ҡалаһы.

 

Еңеүсебеҙгә бүләк тапшырҙыҡ
Еңеүсебеҙгә бүләк тапшырҙыҡ
Еңеүсебеҙгә бүләк тапшырҙыҡ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас