

21 көндөң һәр береһе мауыҡтырғыс сараларға бай булды. "Йәйге мозаика" тип аталған китапхана майҙаны гөрләп торҙо. Уҡыусылар көн һайын ниндәйҙер яңылыҡ асты, оҫталыҡ дәрестәрендә, күңелле уйындарҙа, ярыштарҙа, викториналарҙа ҡатнашты.
Лагерь тамамланһа ла, китапхана үҙ эшен дауам итә. "Йәй буйлап 80 көн" ҡала конкурсына ярашлы,бында төрлө саралар үтеп тора. Унда китап яратҡан һәр кем ҡатнаша ала.