+7 °С
Облачно
VKOKTelegram

Йәйге ялды – китап менән!

Йәй  – балаларҙың иң яратҡан миҙгеле. Сөнки  йәйге ялдар  иң оҙоно, буш ваҡытта ҡыҙыҡлы китаптар ҙа уҡырға була.

Йәйге ялды –  китап менән!Йәйге ялды –  китап менән!
Йәйге ялды – китап менән!

47-е моделле балар китапханаһында  «Йәй һәм китап - 2022» конкурсы  дауам итә. Китапханалағы «Йәйге уҡыу – ул мажара» иселе   күргәҙмәлә   билдәле балалар яҙыусыларының китаптары тәҡдим ителә. Был баҫма биттәрендә төрлө геройҙар һәм уларҙың серле хәл-ваҡиғалары, ғәжәп ҡыҙыҡ мажаралары менән танышырға була.

Ҙур булмаған, әммә йөкмәткеле повестарҙа, хикәйәләрҙә, сәйәхәт тураһында шиғырҙарҙа һәм әкиәттәрҙә, ҡыҙҙар-малайҙарың шатлыҡтары һәм хәсрәттәре, тиҫтерҙәрең үҙ-ара мөнәсәбәте, уларҙың дуҫлығы, хайуандар һәм шулай уҡ тәбиғәт тураһында уҡырға мөмкин. Шулай уҡ, китап кәштәләрендә  С.Лагерлефтың «Нильстың ҡырағай ҡаҙҙары менән»,» В. Коржиковтың« Солнышкиндың диңгеҙҙә күңелле йөҙөүе », Д. Родариның «Зәңгәр уҡтың сәйәхәте», А. Некрасовтың  «Капитан Врунгелдең мажаралары», Ж. Верндың «Капитан Гранттың балалары» һәм биҙәкле башҡа баҫмалар үҙ китап уҡыусыларын көтә.

Был китаптар күргәҙмәһе  йәй аҙағына тиклем  эшләйәсәк яңы ҡыҙыҡлы әҫәрҙәрн менән  һәр ваҡыт тулыландырылып торасаҡ. Рәхим итегеҙ!

Фидәлиә КӘРИМОВА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас