+20 °С
Ясно
VKOKTelegram

Ике йөҙ ҙә илле хәрби осош яһаған!

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, ҡаһарман осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең юбилейын билдәләйбеҙ. Батырыбыҙға арнап китапханабыҙҙа иҫкә алыу сәғәте үткәрҙек.

Ике йөҙ ҙә илле хәрби осош яһаған!Ике йөҙ ҙә илле хәрби осош яһаған!
Ике йөҙ ҙә илле хәрби осош яһаған!

Муса Гәрәев – хәрби осоусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ул Илеш районының Иләкшиҙе ауылында тыуған. Бала саҡтан лётчик булырға хыялланған. Аэроклубта шөғөлләнгән, һуғыштан һуң Хәрби академияла уҡыған.
Иҫкә алыу сәғәтендә балаларға ҡаһарман яҡташыбыҙҙың батырлығы, ул осҡан Ил-2 самолёттары тураһында һөйләнек. Муса батырҙың Бөйөк Ватан һуғышында 250 хәрби осош яһауын, һауала уның менән осрашҡанда дошмандары ла ҡурҡып, ҡалтырап ҡалғанын да белде улар.
Бергәләп «Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары – Муса Гәрәев» исемле документаль фильм да ҡараныҡ. Малайҙар, ҡыҙҙар уның аша һауа һуғышының нисек булғанын күрҙе, видеояҙманан осоусының самолёттар тураһында һөйләгәнен ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Балалар иғтибарына Муса Гәрәевкә арналған китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда батырҙың үҙе яҙған «Штурмовиктар һөжүмгә бара» тигән китабы ла урын алғайны.
Муса Гәрәев – Өфөнөң почётлы гражданы. Оҙаҡ йылдар баш ҡалабыҙҙа йәшәгән. Вафат булғас, Еңеү паркында ерләнгән. Хәҙер ул – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Исемен, батырлығын бер ҡасан да онотмабыҙ.

Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 30-сы моделле балалар китапханаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас