

Бында ҡыҙҙар һәм малайҙар йәй тураһындағы шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейеү бәйгеһендә ҡатнашты. Китапханасы Айгөл Рәхимова балаларҙы хайуандар тураһындағы китаптар менән таныштырҙы, әңгәмә үткәрҙе, «Көнгөрә», «Осоусы күбәләктәр» уйындарын уйнатты.
Ижади оҫталыҡ дәресендә уҡыусылар ҡағыҙҙан ҡарышлауыҡтар ҙа эшләне.
Сара «Йылмайыу» исемле флешмоб менән тамамланды. Ниндәйҙер яңылыҡтарҙы асыу, уйындар уйнау китап уҡыусыларыбыҙға бик оҡшаны.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.