

Китапхана янындағы йәшел яланда балалар менән "Мурзилка дуҫтары" исемле оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Балалар "Мурзилка" журналындағы ҡул эштәрен үҙҙәре яһап ҡараны. Әлбиттә, уларға китапхана хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам итте. Кескәй дуҫтарыбыҙ балалар өсөн китаптар һәм журналдар менән дә танышты.
Р.ӘСӘҘУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.