

Унда балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Үҙәк аллеяла балалар өсөн мауыҡтырғыс күңелле уйындар, ярыштар ойошторҙоҡ.
38-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре Е.А. Горянова киптерелгән сәскә һәм япраҡтар ярҙамында гөлләмә композицияһы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ата-әсәләр ҙә балалары менән бергәләп эшкә кереште, ә быны күҙәтеү үҙе бер кинәнес ине.
Оҫталыҡ дәресе лә, байрам айҡанлы күрһәтелгән концерт та барыһының да күңеленә хуш килде.
Элеонора СӘЙЕТГӘРЕВА.
Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.