

Балалар кинәнеп лоторея, "Электрон дуэль", "Диңгеҙ алышы" уйындарын уйнаны, викторинала ҡатнашты, пазл йыйҙы.
Мауығып, бирелеп китеп уйнағас, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй ҡалған. Иң мөһиме - балаларға оҡшаны, тьәҫораттар һанап бөткөһөҙ! Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың йәйге ялының бер көнөн күңелле уҙғара алыуыбыҙҙан үҙебеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
Фидәлиә КӘРИМОВА.
Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.