+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Батырлыҡ сәғәтендә

Республикабыҙ данлыҡлы яҡташыбыҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләне. Милләтебеҙ ғорурлығы булған ҡыйыу осоусының батырлығы онотолмай. Беҙҙең китапханабыҙҙа «Муса Гәрәев. Тормош биттәре» тигән батырлыҡ сәғәте үтте. Уҡыусыларҙы хәрби лётчиктар тураһындағы йырҙар менән ҡаршыланыҡ.

Батырлыҡ сәғәтендә
Батырлыҡ сәғәтендә

Батырлыҡ сәғәтендә Муса Гәрәевтең тормош юлы менән таныштырҙыҡ, уның 250 хәрби осош яһауы, дошмандары менән ҡыйыу һуғышыуы тураһында һөйләнек. Балалар батыр лётчиктың «Штурмовиктар һөжүмгә бара» китабындағы иҫтәлектәрҙән өҙөктәр уҡып ишет­терҙе.
Оҫталыҡ дәресендә малайҙар, ҡыҙҙар ҡа­ғыҙҙан самолёттар яһап осорҙо. Осрашыу аҙа­ғында бөтә ҡатнашыу­сыларға Муса Гәрәевтең хәрби юлына ар­налған буклеттар таратылды.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.

Батырлыҡ сәғәтендә
Батырлыҡ сәғәтендә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: