+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәйәүләп Зорге урамы буйлап

"Йәй һәм китап" йәйге ҡала конкурсына ярашлы, 11-се, 22-се, 38-се, 44-се балалар китапханалары хеҙмәткәрҙәре берләшеп, 38-се моделле балалар китапханаһының библиояланында кескәй китап уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн "Йәйәүләп Зорге урамы буйлап" эҙләнеү квест уйыны ойошторҙо.  

Йәйәүләп Зорге урамы буйлап
Йәйәүләп Зорге урамы буйлап

Маршрут ҡағыҙы алғандан һуң балалар өлкәндәр менән бергә йәйәүләп сәйәхәткә юлланды. 

Әллә ни оҙон юл үтмәһәләр ҙә, Зорге урамының бай тарихлы булыуын күреп хайран ҡалды балалар, үҙҙәре өсөн күп яңылыҡ астылар. 

Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ҡайһы берҙәре тәүге Өфө аэропорты бинаһын, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Владимир Ленин һәйкәлен, спорт буйынса тренер Сергей Михалёвтың исеме менән аталған скверҙы, Рихард Зорге исеме яҙылған алтаҡтаны беренсе тапҡыр күрҙе. Тағы ла әллә күпме таныш булмаған иҫтәлекле урындарҙы осратты улар.

Уйын-квест барыһына ла оҡшаны. Бик күп мәғлүмәттәр туплап, яңы тәьҫораттар алып, ҡыуанышып ҡайтты балалар.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.

Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.

Йәйәүләп Зорге урамы буйлап
Йәйәүләп Зорге урамы буйлап
Йәйәүләп Зорге урамы буйлап
Йәйәүләп Зорге урамы буйлап
Йәйәүләп Зорге урамы буйлап
Йәйәүләп Зорге урамы буйлап
Йәйәүләп Зорге урамы буйлап
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: