-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Асфальтта — йәйғор төҫтәре

Аҡбур менән асфальтҡа һүрәт төшөрөү — балаларҙың яратҡан шөғөлө. Ҡояш, сәскәләр, емештәр булһынмы, сағыу төҫтәр менән яһалған һәр бер рәсем ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә ҡарашын иркәләй, кәйефен күтәрә.

Асфальтта — йәйғор төҫтәре
Асфальтта — йәйғор төҫтәре

Өфөләге 38-се моделле балалар китапханаһы ойошторған матур сарала кескәй дуҫтарыбыҙ ҙа кинәнеп асфальтты сағыу һүрәттәр менән биҙәне. Аҙ ғына ваҡыт эсендә тирә-яғыбыҙ йәйғор төҫтәренә мансылды тиерһең! Һүрәттәрҙең ниндәйҙәре генә юҡ ине!

Һәр береһен иғтибар менән ҡарап, иң-иңдәрҙе билдәләп киттек. Йәш рәссамдарҙы "Ҡала һәм китап" йәйге ҡала конкурсында ҡатнашырға ла саҡырҙыҡ.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.

Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.

 

Асфальтта — йәйғор төҫтәре
Асфальтта — йәйғор төҫтәре
Асфальтта — йәйғор төҫтәре
Асфальтта — йәйғор төҫтәре
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: