+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөғжизәле ағас янында

Өфөләге 38-се моделле балалар китапханаһы майҙансығында төрлө төҫлө, ғәҙәти булмаған, мөғжизәле ағас "үҫеп сыҡты". Сағыу журналдар менән биҙәлгән ағас янында китапханасылар матур сара ойошторҙо.

Мөғжизәле ағас янында
Мөғжизәле ағас янында

Унда ҡатнашыусалр ҙур кинәнес менән мөғжизәле ағастан "уңыш" йыйҙы. Ә уңыш бик мул булған! Һәр кем үҙенә оҡшағанын "тәмләй" алды. Балалар - "Читайка", "Свирелька", "Скуби-Ду", "Филлипок", "Аҡбуҙат", өлкәндәр "Аманат", "Лиза", "Гео" журналдарын айырыуса яратты.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар ағастың "емештәрен" өҙөп, унда бирелгән эштәрҙе лә үтәне, әҫәрҙән өҙөктәр таныу буйынса ла ярышты.

Фәһемле, мауыҡтырғыс сара китап уҡыусыларын "Йәй һәм китап" йәйге ҡала конкурсына саҡырыу менән тамамланды.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.

Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.

Мөғжизәле ағас янында
Мөғжизәле ағас янында
Мөғжизәле ағас янында
Мөғжизәле ағас янында
Мөғжизәле ағас янында
Мөғжизәле ағас янында
Мөғжизәле ағас янында
Мөғжизәле ағас янында
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: