+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бесәйҙәр хаҡында һөйләштек

Өфөләге 38-се моделле балалар китапханаһында "Китап биттәре буйлап йөрөй бесәйҙәр" исемле бесәйҙәргә арналған китаптар күргәҙмәһе ойошторҙоҡ. Балалар менән осрашып улар хаҡында әңгәмә лә ҡорҙоҡ, йомаҡтар систек, викторинала ҡатнаштыҡ.

Бесәйҙәр хаҡында һөйләштек
Бесәйҙәр хаҡында һөйләштек

Китап уҡыусылары иркә, йомшаҡ, аҡыллы булған бесәйҙәр, уларҙың төрҙәре, холоҡ-фиғелдәре, тәрбиәләү серҙәре хаҡында күп мәғлүмәт алды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең дүрт аяҡлы дуҫтары тураһында ла кинәнеп һөйләне.

Фәһемле сара бөтәһенә лә оҡшағандыр, тигән өмөттәбеҙ.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.

Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.

Бесәйҙәр хаҡында һөйләштек
Бесәйҙәр хаҡында һөйләштек
Бесәйҙәр хаҡында һөйләштек
Бесәйҙәр хаҡында һөйләштек
Бесәйҙәр хаҡында һөйләштек
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: