-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Ҡораманан — ҡурсаҡтар"

Өфөләге 47-се моделле балалар китапханаһында ошондай исем аҫтында оҫталыҡ дәресе үткәрҙек. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына бағышланды.

"Ҡораманан —  ҡурсаҡтар"
"Ҡораманан — ҡурсаҡтар"

Балаларға энәһеҙ, ҡайсыһыҙ ғына ҡорамаларҙан ҡурсаҡ эшләү ысулын өйрәтеү, урыҫ халҡының йолалары һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың ижады менән таныштырыу сарабыҙҙың төп маҡсаты ине. 

Урыҫ халҡының төрлө көнкүреш ҡурсаҡтары бар, улар насар көстәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡлаған. Китапханасылар балаларҙы ҡурсаҡтарҙың төрҙәре менән таныштырҙы. Мәҫәлән,Ҡыңғырау (колокольчик) исемле ҡурсаҡ — яҡшы хәбәрҙәр ҡурсағы. Ул күңелле, дәртле, өйгә ҡыуаныс килтерә. Биләүле ҡурсаҡ (пеленашка) — боронғо ҡурсалаусы ҡурсаҡ. Уны яңы тыуған баланың бишегенә һалғандар, баланы һаҡлай, тип ышанғандар. Юлсы (подорожница) ҡурсаҡ — бәләкәй генә ҡурсаҡ, юлсыға ярҙам итә. Уны юлға сыҡҡан кешегә бүләк итеп биргәндәр. Был ҡурсаҡ насар көстәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡлаған һәм ярҙам иткән. Уны йөрөтөүселәр юлда имен-һау йөрөп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта, тип аңлатҡандар.

Уҡыусылар ҡурсаҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихын да иғтибарлап тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Ә шулай ҙа сараның иң ҡыҙәҡ мәле ҡурсаҡтар эшләү булды. Һөҙөмтәлә, балалар үҙ ҡулдары менән текмәйенсә генә ҡурсаҡтар эшләргә өйрәнде. 

Мәғлүмәткә бай, мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәресе барыһына ла оҡшаны.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА.

Өфө ҡалаһы. 

"Ҡораманан —  ҡурсаҡтар"
"Ҡораманан —  ҡурсаҡтар"
"Ҡораманан — ҡурсаҡтар"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: