+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
2 Август 2022, 12:40

Китапханала — Башҡорт матбуғаты көнө

Өфөләге 42-се моделле балалар китапханаһында Башҡорт матбуғаты көнө үткәрҙек.

Китапханала  — Башҡорт матбуғаты көнө
Китапханала — Башҡорт матбуғаты көнө

Кескәй китап уҡыусылар иғтибарына китапханабыҙға килгән республика балалар гәзит-журналдарын тәҡдим иттек. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән "Йәншишмә" гәзите, "Аманат",  "Аҡбуҙат" журналдары менән танышты. Яңы һанда донъя күргән  хикәйә, мәҡәлә, шиғырҙар уҡыны. Йомаҡ, ребустарҙы сисеүҙә, уйындарҙа ла үҙҙәрен һынап ҡаранылар.

Балаларҙың күңелендә башҡорт матбуғатына һөйөү уята алыуыбыҙҙан беҙ, китапханасылар, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Киләсәктә "Йәншишмә" гәзите, "Аманат",  "Аҡбуҙат" журналдарының дуҫтары тағы ла артыр әле!

Роза МАРКИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Китапханала  — Башҡорт матбуғаты көнө
Китапханала — Башҡорт матбуғаты көнө
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: