Башҡорт халыҡ уйындары, күңел асыу сараһы булараҡ, халҡыбыҙ тарихында элек-электән барлыҡҡа килгән һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Улар балаларҙа етеҙлек, сыҙамлылыҡ, иғтибарлылыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләй, кеше араһында үҙеңде тоторға, аралышырға өйрәтә.
Ҡыҙҙар "Тирмә", "Йәшерәм яулыҡ", "Аҡ тирәк, күк тирәк" уйындарын кинәнеп уйнаны, дуҫтарына ла өйрәтергә һүҙ бирҙе.
Бына шулай күңелле, файҙалы, фәһемле үтә беҙҙә йәйге көндәр.
Фидәлиә КӘРИМОВА.
Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.